28 октябрьБашҡортостандың тәүге халыҡ шағирының вафатына 90 йыл тулды. Башҡортостандың мәҙәниәт, сәнғәт һәм әҙәбиәтенең билдәле эшмәкәрҙәре, “Мәжит Ғафури – XXI быуат” мәҙәниәт фонды башланғысында, ошо һәйкәл янына йыйылды. Шағир, драматург, прозаик һәм журналист яҡташыбыҙ, шиғырҙары бик күп телдәргә тәржемә ителгә.
Мәжит Ғафуриның вариҫтары: билдәле журналист Мадриль Ғафуров, ғалимә Люциә Камаевалар яҙыусының әҙәби мираҫтары менән таныштырҙылар. Башҡорт академия драма театры, Башҡортостан радио һәм телевидение комитеты, Ахмәт-Зәки Вәлиди исемендәге милли китапхана, Башҡортостан әҙәбиәт музейы, Башҡортостан яҙыусылар союзы, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Өфө полинигваль мәктәбе һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренең ҡатнашыуы, сығыш яһауҙары мәртәбә өҫтәне. Яҙыусылар: яҡташы Ғиниәт Ҡунафин ғалим булараҡ, фәнни йәһәттән ижадсыға баһа бирһә, Нияз Сәлимов, Лилиә Һаҡмар шағирға арналған шиғырҙарын уҡыны, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов үҙ фекерҙәрен еткерҙе. Төрөк теленә “Ҡара йөҙҙәр”
пьесаһын һәм “Ҡыр ҡаҙы” хикәйәһен тәржемәләгән, Төркиәлә нәшер ителеүҙә булышлыҡ күрһәткән ӨФТУ-ның аспиранты Езджан Перскан да сығыш яһаны.
Һәйкәлгә сәскәләр һалыу тантанаһынан һуң Ленин паркындағы Мәжит Ғафуриның һуңғы төйәге – ҡәберенә юлланды ҡатнашыусылар. Ҡәбер янында шағир руххына аятттар бағышланды, сәскәләр һалынды. Тыуыуына 150 йылға яҡын арауыҡ үтһә лә, Мәжит Ғафури ижады балҡый һәм халыҡ күңелендә йәшәй. Хатта ки бер ниндәй урам, ауыл, театр, ойошмаларға шағир исеме бирелмәгән хәлдә лә Мәжит Ғафуриның үлемһеҙ ижады халыҡ хәтеренән юйылмаҫ ине. Сөнки ябай халыҡ теләктәрен халыҡ телендә еткерә белде ул барыһына ла!