Төп эштән буш ваҡытта ҡатын наталь карталар төҙөү буйынса хеҙмәттәр күрһәтә (кеше тыуған мәлдә планеталарҙың график һүрәте уның характерын һәм яҙмышын анализлау өсөн ҡулланыла һәм кеше тормошондағы билдәле бер ваҡиғаларҙы һәм осорҙарҙы алдан әйтергә мөмкинлек бирә).
Астрологтың социаль селтәрҙәге иғланына бер мутлашыусы ла ҡыҙыҡҡан - заказ биргән. Заказын үтәгәнгә аҡса түләү өсөн, Төркиәлә булғанлыҡтан һәм Рәсәй банк ҡушымтаһынан файҙалана алмағанлыҡтан, һылтанма буйынса күсергә үтенә. Муттың күрһәтмәләре буйынса астролог фишинг сайтҡа инә, унда үҙенең банк картаһы мәғлүмәттәрен күрһәтә. Үҙенең иҫәбендәге аҡсаһының күсерелгәнен күрмәй...
- Бер ҡасан да билдәһеҙ сығанаҡтарҙан алынған һылтанмаларға баҫмағыҙ! - тип иҫкәртә "Мошки" телеграм-каналы.
Фото: https://web.telegram.org/a/#-1002084555566