Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ноября 2024, 12:30

Фатирҙы бүлдерә аламы?

Элекке ике бүлмәле фатирымды ике балама тигеҙ өлөштә хосусилаштырғайным. Улым бер ваҡытта ла унда йәшәмәне. Быйыл үҙенә айырым йорт һатып алырға теләп, үҙ өлөшөн һатырға теләк белдерҙе. Ә ҡыҙым фатирҙы алмаштырырға ла, ағаһының өлөшөн һатып алырға ла теләмәй. Улым бындай осраҡта нимә эшләй ала?                         Наил К., Өфө ҡалаһы.  

Фатирҙы бүлдерә аламы?Фатирҙы бүлдерә аламы?
Фатирҙы бүлдерә аламы?

Улығыҙ һеңлеһен фатирҙы һатырға ла, улай уҡ үҙ өлөшөн һатып алырға ла мәжбүр итә алмай. Әммә үҙ өлөшөн сит кешегә һатыуҙан бер кем дә тыя алмай. Бының өсөн ул фатирҙың үҙ өлөшөн ниндәй суммаға һатырға теләүе тураһында һеңлеһенә яҙма рәүештә хәбәр итергә тейеш. Һеңлеһе яуап бирмәһә йә һатып алыуҙан баш тартһа, улығыҙ бер айҙан уға тәҡдим иткән шарттарҙа үҙ өлөшөн икенсе кешегә һата ала.

Һатыу тураһындағы тәҡдимде нотариуста рәсмиләштерергә кәрәк. Фатирҙы өлөшләтә һатыу баҙар хаҡына ҡарағанда арзанға төшәсәк. Шуға күрә уны алырға теләүселәр мотлаҡ табыласаҡ.

 

Һорауға 1-се категориялы адвокат Артур БӘҘӘМШИН яуап бирҙе.

Фото - freepik.com сайтынан алынды.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас