2013 йылдың 24 февралендә полицияға ҡыҙының тәүлектән ашыу бәйләнешкә сыҡмауы тураһында хәбәр менән әсә мөрәжәғәт итә. 2013 йылдың 26 февралендә ҡыҙының кәүҙәһе Мәсәғүт ауылының күпере янында табыла. Суд-медицина экспертизаһы һөҙөмтәләре буйынса, ҡорбандың үлеме баш һөйәге йәрәхәте һөҙөмтәһендә булғаны асыҡлана.
Ул саҡта үткәрелгән тәфтиш-оператив саралар енәйәт ҡылған кешене кемлеген асыҡлай алмай. 2024 йылда тәфтишселәр һәм криминалистар оперативниктар менән берлектә эш материалдарын ҡабаттан өйрәнәләр, һөҙөмтәләр буйынса шаһиттарҙан тағы һорау алырға ҡарар ителә.
Шул иҫәптән ҡорбан менән элек бергә йәшәгән ирҙе лә тикшерәләр.
Шаһиттарҙың береһе ҡабаттан һорау алыу барышында шул ирҙең ҡатындың башына һуғыуын күргәнен таный. Әммә ир менән дуҫлығы арҡаһында был хаҡта бер кемгә лә хәбәр итмәй.
Өҫтәмә тәфтиш саралары һәм оператив саралар үткәрелгәндән һуң ҡатындың үлемендә уның граждан иренең ҡатнашлығы тураһында дәлилдәр табыла.
Тикшереү фаразы буйынса, 2013 йылдың 24 феврале төнөндә ғәйепләнеүсе иҫерек хәлдә үҙенең тормош иптәшенең башына һуға ла, дуҫы менән эсеүен дауам итә, ә ҡатын ауыр йәрәхәттән йән бирә...
Әлеге ваҡытта енәйәт эше судҡа ҡарау өсөн ебәрелгән. Был турала БР Тәфтиш комитетынан хәбәр итәләр.
Фото: https://vk.com/surbskr