Тәфтиш фаразы буйынса, 2024 йылдың 18 июлендә 10 йәшлек ҡыҙ үҙенең дуҫтары менән бергә Ҡасимов урамындағы йорт ихатаһында йөрөгәндә, ямғыр башлана ла, балалар подъездың козырегы аҫтына йәшеренә. Шул мәлдә ғәйепләнеүсе ир күрше йорттоң икенсе ҡатында урынлашҡан фатирынан 10 йәшлек ҡыҙҙың аяғына пневматик винтовканан ата.
Бала травмпунктҡа мөрәжәғәт итә, унда аяғынан 4,5 мм диаметрлы пуляны алалар, был баланың һаулығына еңелсә зыян килтерә. Эске эштәр министрлығының оператив хеҙмәткәрҙәре менән берлектә тикшереү комитеты үткәргән ашығыс саралар арҡаһында уҡсыны ҡыҫҡа ваҡыт эсендә асыҡлайҙар. Тәфтиш органдары тарафынан йыйылған дәлилдәр (раҫланған ғәйепләү һығымтаһы менән) енәйәт эшен судҡа ҡарау өсөн етерлек тип таныла.