* Ул ҡан тамырҙарын атеросклероздан һәм уның насар эҙемтәләренән һаҡлай.
* Ашҡаҙан, эсәк, ашҡаҙан аҫты биҙе һәм бауырҙың эшмәкәрлеген яҡшырта, ашҡаҙан һәм бөйән сей яраһының төҙәлеүенә булышлыҡ итә.
* Кемдәр эсе ҡатып йонсой, бер ҡалаҡ зәйтүн майын лимон һуты ҡушып эсһен.
* Зәйтүн майы матдәләр алмашыныу процесына ыңғай йоғонто яһай, организмды ҡартайыуҙан һаҡлай.
* Организм тарафынан кальций үҙләштерелеү иҫәбенә, һөйәк туҡымаһының үҫеүенә булышлыҡ итә.
* Составында Е витамины булыу сәбәпле, күҙәнәктәрҙең ҡартайыуын тотҡарлай һәм айырыуса ололарға ҡулланырға кәңәш ителә.