+1 °С
Болотло
"Вконтакте"
"Одноклассники"
"Телеграм"
Реклама биреүселәргә
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Октябрь 2024, 21:00
Төрлөмөн
Һәр кем өсөн төрлөмөн, Кеше ҡарашы төрлө. Берәүгә, бәлки, яймын, Ә башҡа өсөн өлгөр. Һәр кем өсөн төрлөмөн. Ваҡыт та үҙгәртәлер. Бер йылмайсан күренһәм, Ҡайһы саҡ илаталыр. Һәр кем өсөн төрлөмөн. Әйтерһең дә, мин -көҙгө. Һеҙ нисек, мин дә шулай, Ҡарамайынса йөҙгә. Һәр кем өсөн төрлөмөн. Үҙгәрер, тип, көтмәгеҙ. Бары тик уйығыҙҙы Үҙегеҙ төҙәтегеҙ. Һәр кем өсөн төрлөмөн, Мин күңел көҙгөһөмөн... Нәркәс Ҡәйепҡолова
Төрлөмөн
Фото: Т. Аманов
Автор:
Гөлнара Солтанова
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде