Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Октября 2024, 08:23

Президент ҡотлаған

Владимир Путин Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев адресына Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан ҡотлау Хаты юллаған.

Президент ҡотлағанПрезидент ҡотлаған
Президент ҡотлаған

“Хөрмәтле Константин Борисович!
Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайым!
Илһөйәрлектең һәм берҙәмлектең ҡаҡшамаҫ традициялары, ныҡлы әхлаҡлылыҡ ата-бабаларыбыҙға ҡаты һынауҙарҙы еңеп сығырға, бөйөк державаны төҙөргә ярҙам итте. Уларҙың хәрби батырлыҡтары һәм хеҙмәттәге ҡаҙаныштары беҙҙең өсөн Ватанға ҡарата мөхәббәттең, уның яҙмышы өсөн яуаплылыҡтың өлгөһө буласаҡ.
Һеҙгә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйем!” - тиелә ҡотлау телеграммаһында.

Сығанаҡ: Владимир Путиндан Дәүләт Йыйылышы адресына Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан ҡотлау килде

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас