Янғын һүндереүселәр килгәнгә тиклем өйҙән 4 кеше эвакуациялана, уларҙың береһе - бала. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғын электр сымынан сыҡҡан, тикшереүҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе үткәрә.
Әйткәндәй: Башҡортостанда ут менән һаҡһыҙ эш итеү арҡаһында янғындар күбәйгән.
Карауатта, диванда йәки креслола ятып, иҫерек килеш тәмәке тартыу, төпсөктө яҡшылап һүндермәү фажиғәгә килтерә. Йыл башынан алып Башҡортостан Республикаһында ут менән һаҡһыҙ эш итеү арҡаһында 4400-ҙән ашыу янғын булған, был йыл башынан алып янғындарҙың дөйөм һанынан 55% тәшкил итә, шуларҙың 1300-ҙән ашыуы тәмәке тартыуҙан сыҡҡан.
Фото: МЧС РБ.