Дрондарҙың бик ҡеүәтле камераһы бар, ул бер нисә саҡрым бейеклектән кешеләрҙе һәм автомобилдәрҙе айыра ала. Күпселек беспилотниктар төндә күренгән инфраҡыҙыл камера менән йыһазландырылған. Улар алыҫтан кеше тәненең йылыһын һиҙә ала, көндөҙ ҙә, төндә лә.
Кәрәҙле телефон, навигатор һәм GPS системалы башҡа ҡоролмаларҙы ҡулланмағыҙ.
Подъездың козырегы аҫтына булһа ла йәшеренергә кәрәк.
Дрон тауышы, ракета һыҙғырыуы ишетелгәндә, өйҙә булһағыҙ, нимә булды икән, тип тәҙрәләргә йүгермәгеҙ.
БПЛА-ны таныу бик ябай: улар түбән осоп йөрөй һәм бәләкәй самолетҡа оҡшаған. Әммә тап улар иң ҙур хәүеф тыуҙыра, сөнки шартлағыс менән тултырылыуҙары мөмкин.
Лампочкалары бер янып-бер һүнеп торған дүрткел осҡостар - квадракоптерҙар, улар ғәҙәттә бик бейектә оса һәм тирә-яҡты күҙәтеү өсөн ҡулланыла.
Урамда саҡта йәшеренгәс кенә, дрондың осоу йүнәлешен асыҡлаһағыҙ йәки уны күрһәгеҙ, 112-гә шылтыратығыҙ һәм күргәндәрегеҙ тураһында хәбәр итегеҙ.
Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001799078240