Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Октября 2024, 08:28

Башҡортостан депутаттары Дәүләт Думаһына закон проекты ебәрҙе

Мөһим документ мәктәптә тәмәке тартҡан өсөн штрафтар тураһында.

Башҡортостан депутаттары Дәүләт Думаһына закон проекты ебәрҙеБашҡортостан депутаттары Дәүләт Думаһына закон проекты ебәрҙе
Башҡортостан депутаттары Дәүләт Думаһына закон проекты ебәрҙе

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай мәктәптәр һәм балалар баҡсалары биләмәһендә тәмәке тартыу өсөн яуаплылыҡты ҡатыландырыу тураһындағы федераль закон проектын РФ Дәүләт Думаһына индерҙе. Закон проекты бынан алда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең ыңғай баһаһын алғайны.
Парламент Рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, бәлиғ булмағандар араһында тәмәке тартыуҙың артыуы йәштәребеҙҙең һаулығы өсөн борсолоу тыуҙыра. Рәсәйҙә өлкән класс уҡыусыларының 60 проценты тәмәке тарта. Өҫтәүенә, өлкән йәштәге тәмәке тартыусыларҙан һорашыуҙар күрһәтеүенсә, уларҙың яртыһынан күберәге тәүге тәмәке тартыу тәжрибәһен тап мәктәптә алған.

- Беҙгә балалар менән иҫкәртеү эштәрен көсәйтеү, башҡаларға насар өлгө күрһәтеп, мәктәптәрҙә һәм мәктәп яны биләмәләрендә тәмәке тартҡан ҡағиҙә боҙоусыларға ҡатыраҡ талаптар ҡуйыу кәрәк. Закон проекты бындай хоҡуҡ боҙоуҙарҙы башҡаса баһалау һәм бөгөн ҡулланылған 500–1 500 һум урынына 2 000 һумдан 3 000 һумға тиклем штраф һалыу мөмкинлеген бирәсәк. Һуңғы йылдарҙа белгестәр бәлиғ булмағандар араһында никотин ҡулланыуҙың артыуын билдәләй, - тип аңлатма бирҙе Толкачев.

Сығанаҡ: Новости

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас