Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Октябрь , 11:15

Ҡатын ирен ғәфү иткән

Май айында Бәләбәйҙә иҫерек ир йоҡлап ятҡан ҡатыны өҫтөнә спирт һирпә лә, газ горелкаһы менән яндыра. Күҙ алдына килтерәһегеҙҙер, тәне бешкән ҡатындың ниндәй хәлдә булыуын. Ләкин ире бер аҙна дауамында уны йортта бикләп тота, уның медицина хеҙмәткәрҙәрен саҡырыу үтенестәренә ҡолаҡ һалмай һәм, әгәр ул ҡасырға йәки ярҙам һорап ҡысҡырырға тырышһа, уны яңынан яндырыу менән янай.

Ҡатын ирен ғәфү иткән
Ҡатын ирен ғәфү иткән

Ҡатынды хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ҡотҡара.

Иренең законға ҡаршы ҡылыҡтарына ҡарамаҫтан, суд ултырышында зыян күреүсе татыулашыуға бәйле енәйәт эшен туҡтатыу тураһында ғариза бирә. Район суды уның үтенесен ҡәнәғәтләндерә.

Әммә прокуратура суд ҡарарын законһыҙ тип иҫәпләп, уны апелляция тәртибендә ялыу бирә. Башҡортостан Республикаһының Юғары суды прокуратура позицияһы менән килешә, енәйәт эшен туҡтатыу тураһында ҡарарҙы юҡҡа сығара һәм материалдарҙы яңы тикшереү өсөн беренсе инстанция судына ебәрә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: