Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Октябрь , 11:23

11 йылға хөкөм ителгән

Ир наркотиктар һатып алған һәм бәлиғ булмағанды тыйылған матдәләр ҡулланыуға этәргән өсөн оҙайлы ваҡытҡа хөкөм ителгән.

11 йылға хөкөм ителгән
11 йылға хөкөм ителгән

Октябрьский ҡала суды Татарстан Республикаһының 33 йәшлек гражданына ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм сығарҙы. Ул наркотик матдәләрҙе законһыҙ рәүештә һатып алыуҙа, һатыуҙа, шулай уҡ бәлиғ булмағанды наркотик матдәләр ҡулланыуға этәреүҙә ғәйепле тип табыла.

Судта билдәләүҙәренсә, ағымдағы йылдың майында Октябрьский ҡалаһында ир үҙенең танышы аша мефедрон наркотигын һатып алған. Тыйылған матдәне ул үҙе ҡуллана һәм бәлиғ булмаған ҡустыһына тәҡдим итә. Наркотиктың ҡалғанын һәм тағы бер пакетын ул үҙенең 17 йәшлек туғанына һаҡларға тапшыра.

Хоҡуҡҡа ҡаршы эшмәкәрлек полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан туҡтатыла. Суд, дәүләт ғәйепләүсеһе позицияһын иҫәпкә алып, иргә 11 йыл 6 айға иркенән мәхрүм итеү һәм ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында хеҙмәт итеү язаһын тәғәйенләй.

Үҫмергә һәм эштең башҡа фигурантына ҡарата материалдар айырым производствоға бүленгән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: