Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Октября 2024, 09:30

"Йәшмәләр балҡышы"!

Учалы ижадсылары ойошторған "Тере һүҙ" проекты - шиғриәт байрамы сиктәрендә "Йәшмәләр балҡышы" тип аталған шиғри конкурс иғлан ителә.

"Йәшмәләр балҡышы"!"Йәшмәләр балҡышы"!
"Йәшмәләр балҡышы"!

Ижади бәйгенең шарттары менән ошо төркөмдә танышырға мөмкин: https://vk.com/club227980807

Шиғриәткә битараф булмаған, шиғыр һөйләргә яратҡан һәр кем ҡатнаша ала был конкурста.

ЙӘШТӘР ҠАЙТҺЫН АУЫЛҒА
Ҡайтһын ине йәштәр ауылға...
Ауылдарға бөгөн ауыр ҙа.
Олоғайҙы ағай - апайҙар,
Иген сәсеп, һыйыр һауырға.

Ауылдарға бөгөн ҡыйын да,
Киләсәге гелән уйында.
Йәмле йәйҙә урам тып - тыныс,
Бер бала юҡ йылға буйында.

Ауылдарға бөгөн күңелһеҙ,
Әйтерһең дә етем, кәм, илһеҙ.
Әйтер һымаҡ бер мәл ҙур ҡала:
"Танымайым даһа, кем ул һеҙ?"

Ауылдарҙың күңел төшөнкө,
Күрәм тиһәң хәлен, кисен кил.
Гармун һуҙмай инде егеттәр,
Усаҡ яҡмай тауҙа йәш - елкен.

Ҡайтһын ине йәштәр ауылға,
Ололарға төшә ауырға.
Йәш ҡан кәрәк, беләк, йәш йөрәк,
Ауылдарға ҡабат тыуырға.
Ҡайтһын ине йәштәр ауылға...
Наилә Хәмбәлиева.

Фото: Н.Хәмбәлиева.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас