Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Октября 2024, 10:35

Шул кәрәк уға!

Өфөлә газ пистолеты менән граждандарға һөжүм иткән өсөн 41 йәшлек ир иркенән мәхрүм ителде.

Шул кәрәк уға!Шул кәрәк уға!
Шул кәрәк уға!

Судта билдәләүҙәренсә, 2024 йылдың июнендә ир үҙенең осраҡлы танышы менән спиртлы эсемлектәр эскәндән һуң, һуңғыһының өйөнән утлы ҡоралға оҡшаған ике газ пистолетын ала.

Урамға сыҡҡас, ул 14 йәшлек ҡыҙҙы эҙәрлекләй һәм аҡса талап итә. Бәлиғ булмаған ҡыҙ өйө подъезында ҡасып йәшеренә.

Шул уҡ кис шундай уҡ талаптар менән үтеп барыусыға һөжүм итә, үҙенең ғәмәлдәрен пистолеттар күрһәтеү менән нығыта.

Йәйәүле эргәләге патруль-пост хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итә, улар енәйәтсене ҡулға ала.

Хөкөм ителеүсе енәйәттәрҙә ғәйепле булыуын таный. Суд, дәүләт ғәйепләүсеһе позицияһын иҫәпкә алып, уға дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 1 йыл 6 айға иреген сикләп, 6 йылға иркенән мәхрүм итеү язаһын тәғәйенләй.

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001210634465

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас