Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, кемдер 20 һәм 21 йәшлек ике ҡыҙға спиртлы эсемлектәр эскәндәре өсөн иҫкәртеү яһаған. Шуны оҡшатмай, ҡыҙҙарҙың береһе шампан шарабы шешәһен автобусҡа бәреп, тәҙрәне ватҡан (быяла ярсыҡтары саҡ балаға теймәгән).
Ваҡиға шаһиттары хулиган ҡыҙҙы һәм уның әхирәтен тотоп ала һәм полиция килгәнгә тиклем автобусҡа индереп бикләй. Әммә унда ла улар тынысланмай. Бер ҡыҙ ваҡиға урынынан ҡасырға ҡарар итә һәм ватылған тәҙрәнән һикереп төшә, әммә уны үтеп барыусылар тотоп ала. Ваҡиға урынына полиция хеҙмәткәрҙәре килеп, ҡыҙҙарҙы Өфөнөң 10-сы полиция бүлегенә алып китә.
Әлеге ваҡытта уларҙың береһенә ҡарата РФ КоАП-ының 20.1-се статьяһы буйынса административ протокол төҙөлгән, тип "Башинформ" хәбәр итә.
Фото һәм видео: БашДТП телеграм-каналынан.