Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Октябрь 2024, 04:31

"Кибер-ателье"? Эйе, Өфөлә бар

Өфө дәүләт нефть техник университетының вуз-ара кампуста эшләүсе аҡыллы кейем лабораторияһы ғилми тикшеренеүҙәр алып бара. Аңлағанһығыҙҙыр, "Кибер-ателье" заманса технологиялар менән генә эшләй.

"Кибер-ателье"? Эйе, Өфөлә бар"Кибер-ателье"? Эйе, Өфөлә бар
"Кибер-ателье"? Эйе, Өфөлә бар
Ғалимдар 3D-сканерлау ярҙамында яңы типология кейемен барлыҡҡа килтерә. Кейемдәрҙең "һанлы игеҙәктәре" кешегә уңайлы һәм таман ғына кейем тегеүгә булышлыҡ итә.
Проекттың етәксеһе, ӨДНТУ-ның "Кейем технологияһы һәм конструкторлау" кафедраһы мөдире Ольга Будеева әйтеүенсә, кейем кәүҙәнең үҙенсәлектәре буйынса тегелһен өсөн антропометрик мәғлүмәттәр системаһы төҙөлә.
 
Ғилми тикшеренеүҙәрҙә ҡатнашырға теләүселәр булһа, рәхим итһендәр. 18 - 65 йәшлек ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙар саҡырыла.

Лабораторияның адресы: Вуз-ара кампус, 708-се аудитория. 
 
Фото:ФГБОУ ВО "Уфимский государственный нефтяной технический университет".
"Кибер-ателье"? Эйе, Өфөлә бар
"Кибер-ателье"? Эйе, Өфөлә бар
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас