Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Октябрь 2024, 16:00

Ямғыр яуа көндәр буйы

Ямғыр яуа көндәр буйы, Болотло көн баҫып алды. Һары ғына япраҡтары, Ағастарҙың һыуланды. Аллаһ алды бер һылыуҙы, Кисә генә ул бар ине. Бар доньябыҙ илай төҫлө, Күктәрҙең тама йәше. Аллаһ бирһен ҡалғандарға, Иманлы оҙон ғүмер. Барыбыҙҙы көтөп тора, Ҡоластай ғына бер ер. Барлыҡ донья тымып ҡалды, Ағастарҙа башын эйҙе. Ергә төшкән япраҡтары, Көтөп ята елдәрҙе. Көтөп ята осоп ҡына Йыраҡтарға юл алырға. Һәм мәңгегә ағасына, Кире ҡайтмай юғалырға. Ямғыр яуа.Туҡтап торсо. Өлгөрөрһөң һыулатырға. Былай ҙа бит күңел тулған, Күҙ йәшле һағыштарға. Ашыҡтырма хушлашырға, Бирсе Раббым оҙон ғүмер. Оло ҡайғылар килгәндә, Сабырҙар ғына түҙер. Туҡтар әле ямғыры ла, Ҡояш сығып бер йылытыр. Динле балалар үҫмәһә, Кем беҙгә доға ҡылыр. Яуа ямғыр,ағастарҙың, Япраҡтары һыуҙа йөҙә. Аллаһ ҡушҡанын үтәйек, Йөрөгән саҡта ерҙә. Фәниә Сыңғыҙова(Мөхәмәтшина)        

Ямғыр яуа көндәр буйыЯмғыр яуа көндәр буйы
Ямғыр яуа көндәр буйы

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас