Нимә һуң ул Манту? Бынан бер быуат элек француз табибы Манту туберкулез инфекцияһына һынау үткәрергә тәҡдим итә. Уның хөрмәтенә был процедура шулай атап йөрөтөлә башлай. Манту – ул туберкулезды диагностикалау өсөн тире аҫтына туберкулин индереүгә нигеҙләнгән аллергик һынау. Туберкулинда туберкулез бациллаһына хас аҡһымдар бар. Тап шулар буйынса организм был сит, уның өсөн дошман булған бацилланы таный. Билдәле булыуынса, туберкулин беләк тәңгәлендә, ҡулдың эс яғынан тире аҫтына индерелә.
Вакцина күберәк балаларға яһала, сөнки ололарҙа ауырыуҙы башҡа юлдар менән асыҡлау мөмкинлектәре лә күп. Мәҫәлән, флюорография. Әйткәндәй, балаларға Манту эшләтеүҙән ҡурҡырға ярамай, уның бер ниндәй ҙә зыяны юҡ.
Һөҙөмтә ыңғай булһа
Кеше үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла туберкулез инфекцияһына юлыҡҡан йәки уға БЦЖ вакцинаһы эшләнгән булһа, уның организмында был таяҡсаларҙың матдәләренә ҡарата антитәнсәләр барлыҡҡа килә. Улар иммун күҙәнәктәренә ултырып, ҡан буйлап хәрәкәт итә.
Әгәр ҙә кешегә туберкулин һынауы үткәрелә икән, шунда уҡ ул урынға туберкулезға ҡарата антитәнсәләре булған иммун күҙәнәктәре юллана. Улар туберкулин компоненттары менән берләшә. Был осраҡта антитәнсә йөрөтөүсе иммун күҙәнәктәренең ҡайһы берҙәре үлә. Үлгән күҙәнәктәрҙән биологик актив матдәләр бүленеп сыға һәм Манту вакцинаһы эшләнгән урында ялҡынһыныу барлыҡҡа килә. Йәғни ул ҡыҙарып, шешеп сыға. Бындай реакция, ғәҙәттә, өс тәүлектән һуң була. Ололарҙа саҡ ҡына һуңыраҡ.
Әгәр ҙә реакция ныҡ ҡына була икән, йәғни ҡыҙарып шешкән урыны 5 мм һәм унан да ҙурыраҡ булһа, тимәк, Манту һынауы ыңғай һөҙөмтә биргән, тип баһалана. Был иһә организмдың ҡасандыр туберкулез таяҡсалары менән бәйләнешкә инеүен аңлата. Әгәр ҙә урыны бөтөнләй беленмәһә, тимәк, вакцина кире һөҙөмтә бирә. Шулай уҡ уның балаларҙа – 17, ололарҙа 21 миллиметрға еткән осраҡтары була.
Ҡайһы осраҡта ыңғай һөҙөмтә бирә?
*Кеше ҡасандыр бик көсһөҙ генә туберкулез таяҡсалары культураһы менән вакциналанған осраҡта. Һөҙөмтәлә үҙе ауырый, әммә организмында антитәнсәләр барлыҡҡа килеп өлгөрә.
* Организмға туберкулез таяҡсаһы килеп эләгә, әммә иммун системаһы уны көрәшеп еңә. Йәнә лә кеше үҙе ауырый, әммә антитәнсәләр ҡала.
* Инфекция эләгә һәм кеше ауырый. Был осраҡта Манту вакцинаһы эшләгәндән һуң температура күтәрелеүе, хәлһеҙлек, быуындар ауыртыуы ихтимал. Мантуның көслө реакция биреүе лә (17 – 21 мм) кешелә ауырыу булыуы хаҡында һөйләй. Туберкулез менән сирләгән кешелә Манту көслө реакция бирә һәм, ҡабаттан һынау үткәргәндә, ул үҙгәрә. Ғөмүмән, һөҙөмтә ыңғай булғанда ҡабаттан вакцина эшләргә кәрәкмәй, организмда антитәнсәләр былай ҙа бар. Иң мөһиме – уның ни өсөн ыңғай реакция биреүен асыҡлау. Бәлки, кеше туберкулез менән ауырыйҙыр… Ул саҡта кисекмәҫтән дауалау талап ителә.
Кире реакция нимәне аңлата?
Бына шулай, Манту һынауының һөҙөмтәһен төрлөсә баһалап була. Әммә уның төп маҡсаты – сирҙе ваҡытында асыҡлау. Әлбиттә, табиптар уның менән генә сикләнеп ҡалмай, шик тыуған осраҡта дөрөҫ диагноз ҡуйыу өсөн артабан медицина тикшереүҙәре үткәрә.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.