БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова һөйләүенсә, халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре ошо категория менән айырым эшләй.
– Эш эҙләүҙә ярҙам һорап, 1384 кеше мөрәжәғәт итте (шул иҫәптән 257 махсус операцияла ҡатнашыусы). Һөнәри йүнәлеш буйынса хеҙмәтте 1012 кеше алды (193 яугир), 675 кеше эшкә урынлаштырылды, – тип билдәләне Ленара Иванова. – 218 кеше (25 кеше МХО-ла ҡатнашыусы) тейешле эш эҙләүҙә ярҙам алыуҙы дауам итә (мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә тора). Белем биреү сертификаттары бирелгән иң популяр һөнәрҙәр — һаҡсы, транспорт саралары водителдәре (СЕ, С, Д категориялары), клиник психология. Бөтәһе 622 сертификат бирелгән, шуларҙың 87 -һе –махсус операцияла ҡатнашыусыларға.