Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Октября 2024, 12:30

Яугирҙар үҙебеҙҙә реабилитация үтә

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашҡандарға ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу менән бер рәттән өйҙәренә яраланып ҡайтҡан яугирҙарҙы реабилитациялау буйынса эш дауам итә.

Яугирҙар үҙебеҙҙә реабилитация үтәЯугирҙар үҙебеҙҙә реабилитация үтә
Яугирҙар үҙебеҙҙә реабилитация үтә

 Медицина ярҙамы, шул иҫәптән юғары технологиялы ярҙам, дәүләт гарантиялары программаһы сиктәрендә республиканың барлыҡ медицина ойошмаларында уларға һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн өҫтөнлөклө тәртиптә күрһәтелә.

– Бөтәһе 896 кеше медицина реабилитацияһына ебәрелгән, - тип белдерҙе БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова  бөгөн БР Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә. Республика бюджеты иҫәбенә реабилитацияға сертификаттар менән 8 кеше тәьмин ителгән. Бөгөнгә бындай хеҙмәттәр менән тәьмин итеүселәр реестрында 25 ойошма бар.

 Рәсәй Социаль фондының төбәк бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса, махсус операцияла ҡатнашыусы 256 кеше бөтә кәрәкле реабилитация саралары менән тулыһынса тәьмин ителгән.

 

 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2025 йылға реабилитация ҡорамалдары етештергән предприятиеларға ярҙам итеү өсөн аҡса  бирелеүен хәтергә төшөрҙө.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас