Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Октябрь 2024, 11:00

Тыуған көнөнә "бүләк"...

Өфө ҡалаһынан 55 йәшлек төҙөүсегә мутлашыусылар 20 октябрҙә "бүләк" әҙерләгән. Бригадир ул көндө күтәренке кәйефтә юбилейы айҡанлы ҡотлауҙар ҡабул иткән булған.

Тыуған көнөнә "бүләк"...Тыуған көнөнә "бүләк"...
Тыуған көнөнә "бүләк"...

Шул көндө уның телефонына банктан (унда ирҙең иҫәбе хеҙмәтләндерелә) ҡотлау хаты килә. Хатта 3000 һум күләмендә бүләк алырға тәҡдим ителә, әммә бының өсөн бер нисә шартты үтәргә кәрәк була. Ир уға ебәрелгән хаттағы һылтанма буйынса күсә. Һылтанма банктың рәсми сайтына оҡшаған ялған сайтҡа алып бара.

Унда юбиляр смс-хәбәрҙәге кодты индерә. Артабан ул хеҙмәтләндереү сифаты буйынса һорау алыуҙа ҡатнаша.

Ошо ғәмәлдәр муттарға ирҙең банк ҡушымтаһына инеп, иҫәбенән 120 мең һум аҡсаны урларға мөмкинлек бирә лә инде.

Бер ҡасан да билдәһеҙ сығанаҡтарҙан алынған һылтанмаларға баҫмағыҙ! Беҙ иҫкәрттек, ҡалғаны үҙегеҙҙән ҡала!

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1002084555566

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас