–Быйыл урта һөнәри белем биреү программалары буйынса уҡырға ингән студенттарҙың һаны 36 мең кешегә етте. IX класс уҡыусыларының 60 проценттан ашыуы колледждарҙа уҡыуҙы һайлай. Урта һөнәри белем биреү уҡыу йорттарына 2024/2025 уҡыу йылына 22 312 бюджет урыны билдәләнгән. Улар йәштәрҙе 43 һөнәр һәм 112 белгеслек буйынса ҡабул итә. Урта һөнәри уҡыу йорттарына конкурс бер урынға 3,5 кеше тәшкил итте, – тип белдерҙе БР Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә БР мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙин.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров колледждарҙа һәм урта махсус уҡыу йорттарында бюджет урындары һанын арттырырға ҡушты.
– 2025 йылда беҙгә тағы ике-өс мең урын булдырырға кәрәк. Иҡтисад өсөн алынған һөҙөмтә теләһә ниндәй сығымдарҙы йөҙ тапҡырға ҡаплаясаҡ, юғиһә, эшсе көстәр етешмәүе арҡаһында беҙ үҫеште юғалта башлаясаҡбыҙ, – тине төбәк етәксеһе.