Республика ҡатын-ҡыҙҙары төбәк етәксеһенә ошо тәҡдим менән мөрәжәғәт иткән булған. Һүҙ медицина ярҙамы тураһында түгел, ә яугирҙарҙы ҡарау тураһында бара.
– Миңә ҡатын-ҡыҙҙар күп мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, дауаханаға егетте алып киләләр, ти. Кейемдәре ҡан, бысраҡ. Был медицина эше түгел, ә яралыларҙы тәрбиәләү. Ул — бик кәрәкле эш. Табиптар унда барыһына ла өлгөрә алмай. Госпиталдә ятҡандарҙы ҡарарға теләгәндәрҙе отрядҡа йыйырға, Оборона министрлығының Баш медицина идаралығына, ЛНР хөкүмәтенә сығырға кәрәк. Отрядты ойоштороу, уларҙы ебәреү буйынса бөтә сығымдарҙы үҙебеҙгә алабыҙ. Ебәрер алдынан уларҙы йыйып, медицина буйынса тактик күнекмәләр бирергә мөмкин», — тип белдерҙе төбәк етәксеһе. Һуңынан улар МХО ветераны статусы ла аласаҡ.
Фото: Юлай КӘРИМОВ.