Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Октября 2024, 16:00

АРЫНЫМ

Яңғыҙлыҡтан арыу ғына бит ул Сарыф ителмәгән ҡайнауым. Сираттағы хата булыр микән Уйламайса һине һайлауым? Улай булһа тубал башты тотоп, Терһәгемде генә тешләрмен. Үкһеҙ донъяларҙа һинһеҙ ҡалһам Нишләрмен мин, тағы нишләрмен?! Ҡаршы килгән поезд аҫтарына Керер хыялый ҙа түгелмен. Тик бер ҡылы өҙөлөпмө төштө Хыялдарға тулған күңелдең. Йөрәктәге ысын мөхәббәтте Юғалтыуым ғына ошомо? Мин тыуғандан бирле йәшәйештең Ҡанат ҡайырылған ҡошомо? Кемдең генә иҫке гөнаһтарын Яңғыҙлығым менән күтәрәм? СССР-ҙа сыныҡҡанмын бит ул - Үткәрәм ул быны, үткәрәм... Римма Ғәлимова

АРЫНЫМАРЫНЫМ
АРЫНЫМ

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас