БР Тәбиғәттән файҙаланыу һм экология министрлығы атмосфера һауаһын АСКЗА (атмосфераның бысраныуын контролләүсе автоматик станция) ярҙамында мониторингылауҙа ҡатнаша. Салауат менән Сәтрлетамаҡ ҡалаларында биш АСКЗА бар. Өсәүһе Стәрлелә: Фурманов, Менделеев урамдарында, 1-се ҡала клиник дауаханаһы биләмәһендә. Икәү Салауатта: Беренсе Май урамында һәм Салауат Юлаев бульварында.
Мониторинг күсмә экологик лаборатория ярҙамында ла алып барыла. Ул Стәрлетамаҡта урынлашҡан. Халыҡтан атмосфера һауаһы боҙолоуы тураһында хәбәр йә ялыу күбәйеү менән урынға йүнәлтелә.
Әйткәндәй
Былтыр төрлө матдә буйынса ПДК кимәленең артыуы асыҡланған: Стәрлетамаҡта 1079 тапҡыр, Салауатта 895 тапҡыр.
Быйыл иһә Стәрлелә 1579 тапҡыр күтәрелеүе теркәлгән, Салауатта – 689 тапҡыр.
(теманың дауамы буласаҡ, башы: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-10-24/alalar-a-aua-ni-bysrana-3981920)
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.