Өҫтәүенә, көн торошо ла гел бер төрлө тормай, йә һыуыта, йә йылытыңҡырап ебәрә. Шунһы айырыуса насар. Организм был үҙгәрештәргә яраҡлашып өлгөрә алмай.
Ҡояш нурының етмәүе лә сәләмәтлеккә кире тьәҫир итә, тирелә Д витамины бүленеп сығыуы кәмей, ҡалҡан биҙенең эшмәкәрлеге һүлпәнәйә.
Өҫтәүенә, беҙҙең йәшәү рәүеше лә үҙгәрә: әҙерәк хәрәкәт итәбеҙ, саф һауала әҙ булабыҙ. Бынан тыш, бүлмәләр насар елләтелә, унда төрлө зарарлы аллергендар барлыҡҡа килә. Ҡыҫҡаһы, иммунитетҡа тураһында борсолорлоҡ сәбәптар етерлек.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тап ошо ваҡытта туҡланыу рационында организмға көс тупларға ярҙам итеүсе витаминдар ҙа кәмей.
Ә инде ОРВИ, бронхит йәки һалҡын тейҙереп ауырығандан һуң иммунитет тағы ла насарая. Эш шунда, организға килеп эләккән вирустар иммуниеттты ҡаҡшатыу һәләтенә эйә. Медиктар әйтеүенсә, вирустар бактерияларға юл аса. Улар иһә нығыраҡ таралып, яңы биләмәләрҙе баҫып алыу өсөн был мөмкинлектән файҙаланып ҡала ла инде. Ниндәйҙер ауырыуҙан һуң иммуниетте бик оҙаҡ ваҡыт түбән була. Мәҫәлән, пневмониянан һуң ул ай ярым күтәрелеп китә алмай. Был осорҙа айырыуса һаҡланыу мөһим.
Иммунитетты күтәреү өсөн нимә эшләргә һуң? Дөйөм саралар күптәргә яҡшы билдәле: өйҙә һәм эштә бүлмәләрҙе йышыраҡ елләтергә, көн һайын әҙме-күпме саф һауала йөрөргә. Ҡояшлы көндө файҙаланып ҡалырға кәрәк. Мотлаҡ йоҡо туйғансы йоҡларға, ял итергә. Стресстарҙан һаҡланырға кәрәк – улар иммунитетты ҡаҡшата.
Йәшәү көсөн нығытыуҙа туҡланыу рационы ла ҙур роль уйнай. Май һәм үтә майлы ризыҡтар иммунитеттың түбәнәйеүенә килтерә. Аҡһымлы ризыҡ етерлек кимәлдә булырға тейеш – тарҡалған аҡһымдың аминокислоталары иммун күҙәнәктәренең өлгөрөүе һәм таралыуы өсөн кәрәк.
Бөтә төр йәшелсә-емеш тә витаминдарға бай булыу сәбепле, организмдың һаҡлау көсөн арттыра. Иммунитетты нормала тотоу өсөн Д, А, С, В1, В6, В9 витаминдары айырыуса мөһим роль уйнай. Көҙгө, ҡышҡы туҡланыу рационында улар мотлаҡ булырға тейеш.
Бынан тыш, иммунитетты күтәреүгә булышлыҡ итеүсе үҫемлектәрҙең һәм аҙыҡ түлектәрҙенң айырым төркөмө бар. Уларға имбирь, лавр япрағы, куркума, ҡәнәфер, дәрсен, персик, гөлйемеш, базилик инә.
Имбирь, фасоль, һарымһаҡ, ҡара ҡарағат, грейпфрут инфекцияға ҡаршы көрәшеү өсөн иммун реакцияһын үҫтереүгә булышлыҡ итә. С витамины булған бар йәшелсә-емеш файҙалы.
Вирусҡа һәм яман шешкә ҡаршы иммунитетты ҡара миләш менән ҡыҙыл миләш, һарымһаҡ, боланут сәйе, бәшмәктәр күтәрә.
Бал иммун күҙәнәктәренең өлгөрөүен тиҙләтә.
Аҙыҡ-түлектән шулай уҡ әсетелгән һөт аҙыҡтары файҙалы. Улар эсәктәрҙең микрофлораһын тергеҙеүгә булышлыҡ итә. Өҫтәүенә, В төрөкөм витаминдары етерлек кимәлдә барлыҡҡа килеп, эсәктәрҙең иммун системаһы яҡшыраҡ эшләй башлай.
Дарыу үләндәренән һары мәтрүшкә, кесерткән, мелисса, артыш, ҡырҡбыуын үләне (хвощ полевой), ромашка, йылантамыр, эт дегәнәге иммунитетты күтәрә. Был үләндәрҙе берәмләп эсергә мөмкин, сөнки төрлөһөн ҡушҡанда аллергия тыуҙырыуы ихтимал. Иң яҡшыһы –сиратлап эсеү.
Прополис менән мумие лә иммунитетты яҡшы нығыта.
Әммә шуны белеү мөһим: ҡайһы бер саралар әҙ күләмдә генә иммунитетҡа файҙалы, ә күберәк ҡулланһаң, кире йоғонтоһо булыуы бар. Мәҫәлән, эхинацияны әҙләп кенә эсә башларға кәңәш ителә.
Организмдың ауырыуҙарға ҡаршы тороу көсөн ҡайһы бер дарыуҙар ҙа күтәрә. Шунлыҡтан табип менән кәңәшләшеп, сирҙәрҙе иҫәкртеү маҡсатында, ошондай препараттар менән дауаланыу курсы үтеп алырға була. Ғөмүмән, дарыу үләндәрен ҡулланыр алдынан да мотлаҡ табип менән кәңәшләшеү зарур.
Һалҡынса душ, аяҡтарҙы һалҡынса һыу менән сйаҡатыу – иммунитетты әүҙемләштереүҙең бик яҡшы ысулдары. Организм һыуыҡ менән йоғонто яһауға күп күләмдә антитәнсәләр бүлеп сығарыу менән яуап бирә. Әммә табиптар, артыҡ ныҡ һыуыҡ (боҙло) һыу менән мауығырға ярамауы хаҡында иҫкәртә, юғиһә иммун системаһы ҡаҡшаясаҡ.
Һалҡындар төшкәс, ауыр физик эште лә кәметеү зарур, ул иммунитеттың түбәнәйеүенә килтерә. Ауыр спорт төрҙәрен дә йога, пилатес, спорт бейеүҙәре менән алмаштырырға кәңәш ителә.
Имунитетты нығытыу өсөн бер нисә рецепт:
Мүк еләге сәйе организмды ҡиммәтле витаминдар менән байытыр һәм иммун системаһын нығытыр. Уны әҙерләү өсөн бер ҡалаҡ мүк еләген шәкәр ҡушып иҙергә һәм 200 мл ҡайнар һыу йәки сәй ҡойорға. Бындай сәй һыуһынды ҡандыра, арыуҙы баҫа, кәйефте күтәрә.
Ҡарағат япрағынан әҙерләнгән сәй ҙә – бик шифалы эсемлек. Ике ус ҡарағат япрағына бер литр ҡайнар һыу ҡойоп, өс минут төнәтергә. Әҙер сәйҙе сынаяҡҡа ҡойғас, тәмләтеү өсөн бер аҙ бал йә шәкәр өҫтәргә мөмкин. Шифалы сәй арыуҙы баҫыр, организмды таҙартыр һәм көс-дәрт өҫтәр.
Фундуктан шифалы һөт. 100 г фундукты ҡоро табала ҡыҙҙырып алғас, он хәленә килгәнсе төйөргә. Өҫтөнә ярты литр ҡайнар һөт ҡойоп, бер аҙ һыуытырға һәм ике ҡалаҡ бал, бер семтем ваниль өҫтәргә. 15 минут төнәткәндән һуң , яҡшы итеп бутап, көнө буйы әҙ-әҙләп эсергә.
300 г балға блендерҙа иҙелгән 50 г сәтләүекте ҡушып бутарға. Шуға 3 лимон һуты һәм 100 мл алоэ һуты ҡушырға. Был шифалы ҡатнашманы көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда бер балғалаҡ ашарға.