Был хәл Стәрлетамаҡ ҡалаһында була. Асыҡланыуынса, билдәле мессенджерҙа бәлиғ булмаған балаға популяр уйында бонустар алырға ярҙам итергә вәғәҙә итәләр. Бының өсөн уға ата-әсәһенең берәүһенең телефон экранын бөтә ҡушымталары менән фотоға төшөрөп ебәрергә ҡушылған. Бер ни уйламаған әсә балаға телефонын бирә. Һәр операциянан һуң мутлашыусылар кескәй ҡыҙҙан экрандың фотоһын ебәреүҙе һәм артабанғы ғәмәлде башҡарыуҙы һораған.
Иң тәүҙә мутлашыусылар смс-хәбәр аша картаның балансын асыҡлаған. Шунан паролде үҙгәртеп, банктың ҡушымтаһына инергә ҡушҡан. Бала шул рәүешле бонустар алыуға өмөтләнеп, 7-шәр мең һумдан 9 тапҡыр билдәһеҙ иҫәпкә аҡса күсергән. Һуңынан унан әсәһе телефонды алыуын хәбәр иткәс, мутлашыусылар ҡыҙ баланы полицияға ғариза яҙабыҙ, әсәйең 500 мең һум штраф түләйәсәк, тип ҡурҡыта башлай.
Иртәгәһенә был хаҡта белеп ҡалған әсәһе дежур бүлеккә мөрәжәғәт итә. Уның буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото:Башинформ.