Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Октябрь 2024, 13:30

Уҡыусылар янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәнде

25 октябрҙә Йылайыр районының Ҡашҡар төп дөйөм белем биреү мәктәбендә Янғын  хәүефһеҙлеге темаһына  асыҡ  дәрес үтте. 

Уҡыусылар янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәндеУҡыусылар янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәнде
Уҡыусылар янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәнде

 . Сара Граждандар оборонаһы айлығы сиктәрендә ойошторолдо. Дәрескә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр хәлдәр дәүләт комитетының  инструкторы Шәһит   Байназаров һәм   янғын һүндереүсе Азат   Аҡкужин саҡырылды. Шәһит Хөснөтдин улы балаларға янғын хәүефһеҙлеге, тәбиғәт ғәрәсәттәре, граждандар оборонаһы сигналдары тураһында ентекле аңлатһа, Азат Марат улы янғын һүндереүсе һөнәренең нескәлектәре менән таныштырҙы. Уҡыусылар янғын һүндереүселәрҙең кейемдәрен кейеп ҡараны, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған күп һорауҙарға яуаптар алды. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре уҡытыусыһы Рафиҡ Сәмиғулла улы Алғошаев юл ҡағиҙәләре, йоҡа боҙ тураһында уҡыусыларҙы иҫкәртеп, һаҡ булырға саҡырҙы. Дәрес йәнле аралашыуға ҡоролдо һәм уҡыусылар өсөн бик фәһемле үтте. Ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, кешелек һәм тәбиғәт именлеге һағында торған янғын һүндереүселәр, ҡотҡарыусылар оло хөрмәткә, данға лайыҡ! Фәһемле осрашыу өсөн Шәһит Хөснөтдин улы Байназаровҡа, Азат Марат улы Аҡкужинға һәм сараны ойоштороусы мәктәп етәксеһе Илфат Сәмиғулла улы Алғошаевҡа рәхмәтебеҙҙе белдереп, эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге теләп ҡалабыҙ! Ә уҡыусыларҙы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

(Ҡашҡар төп дөйөм белем биреү мәктәбе сайтынан).

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас