Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Октябрь 2024, 11:30

Тылсымлы йод

 Һарымһаҡ менән йод иретмәһе аяҡтарҙың ауыртыуын баҫыу, йәрәхәттәрҙе дауалау өсөн ҡулланалар. 

Тылсымлы йодТылсымлы йод
Тылсымлы йод

 Уны әҙерләү өсөн 3 – 4 һарымһаҡ бүлкәтен ваҡ ҡына итеп турарға, өҫтөнә йод ҡойорға ( яҡынса 3 – 5 бәләкәй һауыттағы йод етә).  Яҡшы итеп бутап, бер аҙна төнәтергә. Әҙер иретмә менән һыҙлаған аяҡтарҙы, тубыҡтарҙы ыуырға, йәрәхәтләнгән, күгәргән урындарға һөртөргә мөмкин. Ауыртыу һәм күгәреү бик тиҙ юҡҡа сыға.

Фото:Т.Аманов. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас