Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Октябрь 2024, 11:00

Радий Хәбиров Ҡарағалпаҡстан министры менән осрашты

Бөгөн Башҡортостан Башлығы    Радий Хәбиров Үзбәкстандың Ҡарағалпаҡстан Республикаһы юғары белем, фән һәм инновациялар министры  Батырбәк Ҡаипбиргәнов менән осрашты. 

Радий Хәбиров Ҡарағалпаҡстан министры менән  осраштыРадий Хәбиров Ҡарағалпаҡстан министры менән  осрашты
Радий Хәбиров Ҡарағалпаҡстан министры менән осрашты

  Көн тәртибендә – белем биреү өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү, шулай уҡ Үзбәкстанда Евразия милли белем биреү үәҙегенең вәкиллеген асыу. 

 – Беҙ Үзбәкстан иҡтисадының төп тармаҡтары өсөн белгестәр әҙерләү өлкәһендә  хеҙмәттәшлек тәҡдим итәбеҙ.   Бының өсөн беҙҙең ресурстар бар, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн башҡортостан вуздарында белем алыусы 11 мең сил ил студенттарының һәр унынсыһы Үзбәкстандан.  Ә Башҡорт дәүләт педагогия университеты  базаһында бер йыл элек Үзбәк теле үҙәге астыҡ.   

Ҡарағалпаҡстан министры  профессиональ әҙерлек өлкәһендә  етди хеҙмәттәшлек итергә әҙер булыуҙарын билдәләне.   

– Һеҙҙең республикала тәүге тапҡырмын, йылы ҡабул итеүегеҙ өсөн рәхмәт, – тине  Батырбәк Ҡаипбиргәнов. – Беҙҙең ведомство 2024 йылда ғына булдырылды.  Республика етәкслеге беҙгә профессиональ белем биреүҙе яңы кимәлгә сығарыу бурысын ҡуйҙы.     Беҙҙе бында колледждар системаһы – эшсе һөнәрҙәр буйынса белгестәр әҙерләү  айырыуса ҡыҙыҡһындыра.   Был йүнәлештә хеҙмәттәшлекте дауам итербеҙ, тип уйлайым.

Осрашыуҙа шулай уҡ Нукус ҡалаһында донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вәкиллеген асыу тураһында фекер алыштылар. Радий Хәбиров Башҡортостанда Евразия күсмә цивилизациялар музейы төҙөлөшө тураһында һөйләне.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас