Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Октябрь 2024, 07:05

Прополисҡа еткән дауа юҡ

Прополис менән һөттөң ҡушылмаһы  иҫ киткес һөҙөмтә бирә: төрлө ауырыуҙы дауалап ҡына ҡалмай,  дөйөм хәлде, йоҡоно яҡшырта, арығанлыҡ , юҡ-барға көйөп барыусанлыҡты бөтөрә.

Прополисҡа еткән дауа юҡПрополисҡа еткән дауа юҡ
Прополисҡа еткән дауа юҡ

  10 процентлы прополис төнәтмәһен иң яҡшыһы дарыуханала һатып алырға. 25 мл-лыҡ  шешәһе әллә күпмегә етә. 

 Был дарыуҙы айына бер тапҡыр ун көн буйы 100 мл ҡайнар һөткә 20 тамсы тамыҙып, йоҡлар алдынан эсергә.   Дауаланыу курсын 4 – 6 ай дауам итергә. 

 Балаларҙы һалҡын тейеүҙән дауалағанда прополис  төнәтмәһенең бер нисә тамсыһы ғына ла    ыңғай  һөҙөмтә бирә.  Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн 1/3 стакан ҡайнар һөткә бер-ике  тамсы балауыҙ төнәтмәһе лә етә.

  Панкреатит, гастрит, ашҡаҙан сей яраһы, бауыр сирҙәрен дауалау өсөн прополисты  алдағы схема буйынса алты ай ҡулланырға кәрәк. 

 Һөт менән прополис  ҡандағы холестеринды кәметергә, экземаларҙы һәм башҡа тире  ауырыуҙарынан арынырға, күрем циклын яйға һалырға булышлыҡ итә.  

 Прополис психикаға ыңғай тәьҫир итә.  Уның төнәтмәһе  борсолоулы уйҙарҙан арынырға, кәйефте күтәрергә, үҙеңде яҡшыға көйләргә ярҙам итә. 

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас