Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Октябрь 2024, 06:00

Бер ҡалала биш игеҙәк тыуған

Күмертау ҡалаһында 2024 йыл башынан алып  биш игеҙәк бала тыуған. 

Бер ҡалала биш игеҙәк  тыуғанБер ҡалала биш игеҙәк  тыуған
Бер ҡалала биш игеҙәк тыуған

 Бишенсе сабыйҙар пары Филүзә менән Радик Туйгилдиндарҙың ғаиләһендә донъяға килгән.  Уларҙың ике ҡыҙы бар – Арина менән Дарина.   Өйҙә уларҙы Динислам ағайҙары менән Милана апайҙары көтә.   

Күп балалы атайға урындағы ЗАГС бүлегендә  балаларының тәүге документын – тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырғандар. 

Фото:Башинформ. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас