Силәбе өлкәһенән бер туған өс ир һыйыр урларға маташа.
Полиция хеҙмәткәрҙәре уларҙы Ҡарт Муйнаҡ ауылы янында малды "ГАЗель" машинаһына тейәгәндә тота.
Ирҙәрҙең береһе алдан Башҡортостанға килеп, ирекле йөрөгән малдарҙы аңдып йөрөгән.
Полиция хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, иң өлкәндәре ошоға тиклем биш баш малды урлаған.
Ғәйепләнеүселәргә ҡарата "урлашырға маташыу" һәм "урлау" статьялары буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.
Ҡараҡтар кеше малына хужа булып, уларҙы һатып ебәрергә ниәтләгән.
Мал хужаларына ҡайтарылған, ә автомобиль махсус туҡталҡаға ҡуйылған.
Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001721020242