Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Октябрь , 12:20

Ноябрь ниндәй буласаҡ?

Синоптиктарҙың фаразына хайран ҡалырлыҡ. Был тиклемен берәү ҙә көтмәйҙер.

Ноябрь ниндәй буласаҡ?
Ноябрь ниндәй буласаҡ?

Көҙҙөң аҙаҡҡы айы йылы буласаҡ, имеш. Хатта, аномаль йылы, ти белгестәр. Һәр хәлдә ай башына шундай фараз бирелә.

“Гисметео” порталы мәғлүмәттәренсә, ноябрҙең тәүге биш көнө көндөҙ уртаса +10 градус булыуы ихтимал. Төндә лә нулдән түбән төшмәй.

Рашҡы яуыр, тип тә фаразлайҙар. Тик был тиклем йылыла ҡарҙың ятмаясағы көн кеүек асыҡ.

Ай уртаһында термометр бағанаһының нулдән түбән төшөүе йышайыр. Унда ла көндөҙ – 1, – 2 градустан һыуытмаҫ, моғайын.

Синоптиктар ҡыш Өфөгә декабрь башында киләсәген фаразлай.

Фото: Юлай Кәримов.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: