Тәфтиш һәм суд асыҡлауынса, фигуранттар (береһе Өфөнән, икенсеһе Пензанан) 2023 йылдың февралендә яңы ғына танышҡан ҡатында ҡунаҡта булған, унда спиртлы эсемлектәр эскәндәр. Һуңынан хужабикә фатирҙан сығып киткән. Алкоголь һәм аҡса бөткәс, ҡунаҡтар күрше фатирға аҡса һорап барған.
43 йәшлек ир, аҡса бирмәйем, тигәс, енәйәтселәр өйөнә баҫып инеп, уны туҡмай, битен ҡыҙған электр плитәһе конфоркаһында яндыра, шулай уҡ утта ҡыҙҙырылған бысаҡ менән яурынындағы татуировкаһын ҡырып-яндыра.
Бынан һуң енәйәтселәр зыян күреүсенең муйынына һәм күкрәгенә бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнсә. Ҡорбандың кәүҙәһен келәмгә төрөп, бүлмәлә ҡалдыралар, һуңынан йортто тентеп, аҡса, көнкүреш техникаһы һәм мобиль телефон урлайҙар (дөйөм зыян - 9 мең һумдан ашыу).
Ҡатындың фатирына ҡайтҡас та, улар спиртлы эсемлектәр эсеүҙе дауам итә, ә икенсе көндө кире Магнитогорск ҡалаһына эшкә юлланалар.
Ыҙалатып үлтерелгән ирҙең кәүҙәһен ҡустыһы таба. Оператив-эҙләү саралары барышында ҡәбәхәттәр Магнитогорскиҙа социаль адаптация үҙәгендә тотола.
Бынан тыш тикшереү барышында 38 йәшлек хөкөм ителеүсенең фатир хужабикәһе - 43 йәшлек ҡатын менән бәхәсләшкәндә уның яурынына бысаҡ менән сәнсеүе асыҡлана. Был факт тураһында ҡатын хәле насарайып киткәнгә тиклем өндәшмәй.
Ике ир ҙә элек хөкөм ителгән (30 йәшлеге кеше үлтергәне өсөн ултырып сыҡҡан).
Суд уларҙы 18 һәм 21 йылға иркенән мәхрүм итеүгә хөкөм иткән. Енәйәтселәр язаны ҡаты һәм махсус режимлы холоҡ төҙәтеү колонияларында үтәйәсәк. Хөкөм ҡарары әле закон көсөнә инмәгән.
#скр #скрф #скроссия #следкомкомитет #следкомрб #скр02 #Башкортостан #Уфа #убийство