Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Октября 2024, 12:30

Муттар әүҙемләшкән!

Бер тәүлектә республика халҡы аферистарға 9 миллион һумдан ашыу аҡса биргән.

Муттар әүҙемләшкән!Муттар әүҙемләшкән!
Муттар әүҙемләшкән!
Өфөнән 49 йәшлек ир үҙҙәрен "ОМС фонды", "Дәүләт хеҙмәттәре" хәүефһеҙлеге хеҙмәте" һәм "Тәфтиш комитеты" хеҙмәткәрҙәре тип танытҡан мутлашыусылар ҡулына эләгә. Мутлашыусылар ирҙе уның исеменә кредит алырға маташыуҙарына ышандыра һәм аҡсаны "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә кәңәш итә. Һөҙөмтәлә ир мутлашыусыларға 5 миллион һумдан ашыу аҡса күсерә...
 
Баш ҡалала йәшәгән 26 йәшлек ҡатын социаль селтәрҙә "инвестор" менән таныша, ул уға "тиҙ аҡса эшләргә" тәҡдим итә. Ҡатын муттарға ышанып, билдәһеҙ иҫәптәргә 1 миллион һумдан ашыу аҡса ебәргән.
 
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: "еңел" табышҡа ышанмағыҙ һәм таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ!
 
Муттар ошо арала ныҡ әүҙемләшкән, һаҡ булығыҙ!
 
Өфөнән бер ир 700 мең һум аҡсаһын һаҡлап ҡалған. Унан өлгө алығыҙ: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-10-25/ir-aldanma-an-sh-k-r-3984729
 
Фото: https://vk.com/mvdporespublikebashkortostan
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас