Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре ике үҫмерҙең шәхесен асыҡлай. Улар 12 һәм 15 йәшлек малайҙар булып сыға.
Бәлиғ булмағандарҙың һүҙҙәре буйынса, улар Еңеү паркындағы "Мәңгелек ут" мемориаль комплексы янында йылынырға маташҡан.
Билдәле булыуынса, 12 йәшлек уҡыусы Салауат ҡалаһы буйынса Рәсәй Эске эштәр бүлегендә иҫкәртеү иҫәбендә тора. Әлеге ваҡытта бәлиғ булмағандарҙың ата-әсәләренә ҡарата РФ Административ хоҡуҡ боҙоу кодексының 5.35 статьяһы буйынса административ протоколдар төҙөлгән. Тикшереү материалдары тәфтиш органдарына ебәреләсәк.