Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Октября 2024, 14:00

Ата-әсәләргә: больничный тураһында

Әсә кеше бәләкәй балаһы менән декретта булғанда, атай өлкән балаһы менән больничныйға китә аламы? Ошо һорауға яуап сайтта.

Ата-әсәләргә: больничный тураһындаАта-әсәләргә: больничный тураһында
Ата-әсәләргә: больничный тураһында

Эйе, китә ала: эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы сирле баланы ҡараған кешегә бирелә. Шулай уҡ ғаиләнең башҡа ағзаһы, туған кеше, опекун йәки попечитель дә больничныйға китә ала.

8 йәшкә тиклемге ауырыу баланы тәрбиәләгәндә ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособие күләме уртаса эш хаҡының 100 процентын тәшкил итә.

8 йәшлек һәм унан өлкән бала ауырып китһә, больничный күләме страховка стажының оҙайлығына, дауалау төрөнә һәм оҙайлығына бәйле буласаҡ:

көндөҙгө йәки тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационарҙа дауаланғанда пособие күләме, страховка стажының оҙайлығына ҡарап, түбәндәгесә билдәләнә. Эш стажы:

— 5 йылға тиклем булғанда — уртаса эш хаҡының 60 проценты;
— 5 йылдан 8 йылға тиклем — уртаса эш хаҡының 80 проценты;
— 8 һәм унан күберәк йыл булғанда — уртаса эш хаҡының 100 проценты;

өйҙә дауаланғанда:

— тәүге 10 календарь көн өсөн больничный күләме страховка стажының оҙайлығына ҡарап (стационарҙа дауаланған саҡтағы кеүек) билдәләнә;
— артабанғы көндәрҙә – уртаса эш хаҡының 50 проценты.

Больничный тураһындағы бар мәғлүмәт менән бирелгән һылтанма буйынса танышығыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
 
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас