Әлшәй районы Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре өс кеше зыян күргән юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлай.
Кисә киске сәғәт алтылар тирәһендә Стәрлетамаҡ-Раевка автомобиль юлының 45-се километрында ҡурҡыныс авария була.
Раевка ауылы яғынан Стәрлетамаҡ ҡалаһы яғына китеп барған "Лада Гранта" автомобиле водителе тиҙлекте ныҡ арттырып, юлдан оса. Машина түңкәрелә. Водитель йәрәхәтләнгән өс кешене: 3 һәм 7 йәшлек ике баланы, уларҙың 28 йәшлек әсәһен, емерек автомобиль эсендә ҡалдырып, ваҡиға урынын ташлап китә.
Әлеге ваҡытта пассажирҙар дауаханала.
Полиция хеҙмәткәрҙәре водителдең шәхесен асыҡлай һәм уны ҡулға ала. Асыҡланыуынса, автомобилде элек хөкөм ителгән, водитель танытмаһынан мәхрүм ителгән ир йөрөткән. Ишембай районында йәшәүсе 30 йәшлек ирҙән, иҫереү кимәлен билдәләү өсөн, ҡан анализдары алына һәм химик-токсикологик тикшереүгә ебәрелә.
Ваҡиға буйынса тикшереү бара.
Ни өсөн ышанысһыҙ иргә үҙенең һәм балаларының ғүмерен ышанып тапшырғандыр ул ҡатын - был һорау асыҡ ҡала.
Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001239180472