Социаль медиа мониторингы барышында етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн социаль һәм коррекция ярҙамы үҙәктәренең береһендә уҡытыусыларҙың хоҡуҡҡа ҡаршы эш итеүе тураһында мәғлүмәт асыҡлана. Шулай уҡ учреждение етәкселегенең, хәлдең ниҙәлеген белеп тә, законһыҙ ысулдарҙы туҡтатыу өсөн тейешле саралар күрмәүе тураһында хәбәр ителә. Был факт буйынса Өфө ҡалаһының тәфтиш бүлеге, тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, РФ Енәйәт кодексының 293-сө статьяһының 1-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғата.
Әлеге ваҡытта енәйәт эше буйынса бәлиғ булмаған уҡыусыларҙан, белем биреү үҙәге хеҙмәткәрҙәренән һәм етәкселегенән һорау алына, ваҡиғаның бөтә шарттарын асыҡлауға һәм дәлилдәр базаһын йыйыуға йүнәлтелгән тейешле тикшереү эштәре үткәрелә, тип хәбәр итә Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: https://vk.com/surbskr