Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Октябрь 2024, 06:11

Тәтешлелә рәхәт...

Үрге Тәтешле ауылында универсаль спорт майҙансығы асылған. Бик һөйөнөслө яңылыҡ.

Тәтешлелә рәхәт...Тәтешлелә рәхәт...
Тәтешлелә рәхәт...
"Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проекты буйынса төҙөлгән майҙансыҡ тантаналы асылды, тип хәбәр итәләр райондан.
Ауыл үҙәгендә урынлашҡан майҙанда спорт менән шөғөлләнеү өсөн бар уңайлыҡ булдырылған - футбол, волейбол, баскетбол зоналары, әүҙем ял өсөн бик шәп урын.
Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов һүҙҙәренсә, бында йәше-ҡарты, бала-саға рәхәтләнеп ял итәсәк, спорт менән шөғөлләнәсәк.
Фото: Администрация муниципального района Татышлинский район Республики Башкортостан.
Тәтешлелә рәхәт...
Тәтешлелә рәхәт...
Тәтешлелә рәхәт...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас