Тыуған көн байрамы енәйәт эшен ҡуҙғатыу менән тамамланған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир менән ҡатын араһында көнсөллөк арҡаһында низағ башланған. Ҡыҙған мәлдә 48 йәшлек ҡатын бысаҡ ала һәм иренә бер нисә тапҡыр сәнсә. Уға ҡарата "сәләмәтлеккә аңлы рәүештә ауыр зыян килтереү" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әле ул йәшәү урынынан ситкә китмәү тураһындағы яҙма аҫтында ебәрелгән.
Фото: https://vk.com/mvdporespublikebashkortostan