Форумдың төп маҡсаты – сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән граждандарҙың тормошон һәр яҡлап яҡшыртыу, уларға реабилитация үтеү сараларын киңәйтеү, социаль тормошҡа яраҡлашырға ярҙам итеү.
Юҡҡа ғына ул форум-күргәҙмә тип аталмай, инвалидтар өсөн медицина ҡорамалдары, заманса реабилитация саралары менән таныштырыу төп маҡсаттарҙың береһе булғанлыҡтан, улар форумда ҙур урынды биләй. Унда Приморье крайынан алоып Калининградҡа тиклем реабилитация ҡорамалдарын етештереүселәр ҡатнаша.
Форумдың эшлекле өлөшөндә “түңәрәк өҫтәл”дәр, семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре, фәһемле осрашыуҙар, консультациялар ҡаралған. Унда инвалидтарҙың тормошон яҡшыртыу мәсьәләләре, белем алырға ярҙам итеү, һәләттәрен үҫтереү, спортҡа, туризмға йәлеп итеү мәсьәләләре ҡарала.
Ғәҙәттәгесә, мода күрһәтеү, матурлыҡ салоны, кискеһен тамаша залдарында мәҙәни программалар ҙа быйылғы йормудың программаһына ингән.
Фото:Автор фотоһы.