Ҡыйыу офицер тураһында Нәркәс Хәлиуллинаның "Башҡортостан яугирын махсус хәрби операцияла ҡыҙ бала бүләк иткән талисман һаҡлай" тигән яҙмаһынан белеп, хайран ҡалдыҡ. "Мәсетле тормошо" гәзитенең хәбәрсеһе яҙыуынса, яугирҙың позывнойы электән бар. 20 йыл элек, хәрби хеҙмәттә саҡта, һалдаттар "ЗИЛ-157" машинаһын (уны үҙ-ара "Захар" тип йөрөтәләр) эшләй алмай ҡаңғыра, ә беҙҙең егет, мәктәп йылдарында тракторсылар курстарында дәрес ҡалдырып йөрөмәгәс, уны йәһәт кенә рәткә килтерә ала. Егеттең оҫталығына хайран ҡалған иптәштәренең уға хөрмәте бермә-бер артып, уны "Захар" тип йөрөтә башлайҙар.
Махсус хәрби операцияла "Захар", штурмлау взводы командиры, көн һайын үлем менән күҙгә-күҙ осраша. Ләкин батыр ир һәр ваҡыт ҡуйылған бурыстарҙы үтәүгә ирешә. Лайыҡлы хеҙмәте өсөн өлкән лейтенант "Луганск халыҡ республикаһын обороналаған өсөн", "Офицерҙар ҡаһарманлығы", "Разведкала хеҙмәт иткән өсөн" һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгән. Бер яуҙа ауыр яраланып, әлеге ваҡытта реабилитация үтә.
Барыһына ла өлгө булған "Захар"ҙың өс ҡустыһы бар, улар ҙа, ағалары кеүек, көслө рухлы, батыр йөрәкле кешеләр: береһе махсус хәрби операцияла ауыр яраланып ҡайтҡан, икенсеһе яңыраҡ контракт төҙөгән, кинйәләре алыштарҙа ҡатнашып йөрөй.
Шундай һоҡланғыс уландар тәрбиәләгән ата-әсәгә - сабырлыҡ, ир-егеттәрҙең имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!
Фото: https://mechetly.bashkortostan.ru/presscenter/news/663358/