Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Октябрь 2024, 15:33

Ышаныс хаҡы 600 мең һумдан ашыу

Өфөлә бер ҡатын муттарға 600 мең һумдан ашыу аҡса күсергән.

Ышаныс хаҡы 600 мең һумдан ашыуЫшаныс хаҡы 600 мең һумдан ашыу
Ышаныс хаҡы 600 мең һумдан ашыу

Енәйәтселәр үҙҙәрен "ФСБ начальнигы" һәм "хеҙмәткәре" тип таныштыра һәм ҡатынға, шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе урлағандар, тип, аҡсаны "махсус иҫәпкә" күсерергә кәрәклегенә ышандыра. Ҡатын муттарға ышана һәм 600 мең һумдан ашыу аҡсаны билдәһеҙ иҫәпкә күсерә.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкә төшөрә: ФСБ һәм полиция хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да мессенджерҙа шылтыратмай һәм "махсус иҫәпкә" аҡса күсереүҙе талап итмәй. Әгәр һеҙгә енәйәт эше менән янаһалар, шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итегеҙ! Һаҡ булығыҙ!

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас