Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Октябрь 2024, 14:31

Ышандырыу - мутлашыусыларҙың төп ҡоралы!

Өфөнән 76 йәшлек ҡатын ялған "дәүләт учреждениеһы хеҙмәткәренә" үҙенең паспорт мәғлүмәттәрен һәм СНИЛС номерын ебәргән.

Ышандырыу - мутлашыусыларҙың төп ҡоралы!Ышандырыу - мутлашыусыларҙың төп ҡоралы!
Ышандырыу - мутлашыусыларҙың төп ҡоралы!

Бер аҙҙан шылтыратҡан икенсе әҙәм башҡа дәүләт учреждениеһы хеҙмәткәре булып таныла һәм ҡатындың иҫәбенән аҡсаның күсерелеүе тураһында хәбәр итеп, алдағы шылтыратыуҙың мутлашыу булыуы тураһында әйтә. Банктың онлайн ҡушымтаһын ҡарағандан һуң, иғтибарлы ҡатын аҡсаһының иҫәптә ятҡанын күрә. Әммә күңелен шик ҡорто кимерә. Мутлашыусы шунан файҙаланып, ҡушымтала аҡса күренә, әммә ысынында ул юҡ, тип алдай.

Артабан иҫке схема буйынса ҡатын 559 мең һум аҡсаны "хәүефһеҙ" иҫәпкә күсерә.

Таныш булмаған кешеләр менән аҡса тураһында һөйләшмәгеҙ. Был һеҙҙе алдауҙан 90 процентҡа ҡотҡара!

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1002084555566

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас