Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Октябрь 2024, 06:15

Яу ҡырында атаһы менән осрашҡан

Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының республика бүлексәһе ирекмәне Лилиә Сәғиҙуллина Курск өлкәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан атаһы менән осрашҡан. Билдәле булыуынса, ул эвакуацияланған халыҡҡа һәм яугирҙарға ярҙам итергә юллана һәм ғәзиз кешеһен осрата.

Яу ҡырында атаһы менән осрашҡанЯу ҡырында атаһы менән осрашҡан
Яу ҡырында атаһы менән осрашҡан


– Лилиәнең атаһы  2022 йылда махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Ул гуманитар миссияны ойоштороусыларға атаһының әлеге мәлдә Курск йүнәлешендә үҙ бурысын үтәүе тураһында һөйләне, – тип хәбәр итте Халыҡ фронтының Йәштәр ҡанаты координаторы Рөстәм Сәләхетдинов. – Халыҡ фронты уларға сюрприз әҙерләне – яҡындарҙың осрашыуын ойошторҙо. Яугир өсөн был Атайҙар көнөнә үҙенсәлекле бүләк булды.

«Ҡыҙымдың Курскиҙа икәнлеген белгәс, борсолдом. Бында тыныс түгел. Әлеге осрашыуҙы ойошторғандарҙың барыһына ла рәхмәт!» – тип «Мудрый» позывнойлы яҡташыбыҙ.

Сығанаҡ: "Башинформ"

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас