Быйыл сентябрҙән октябргә тиклем муттар баш ҡалала йәшәгән 62 йәшлек ирҙе эшкәртеп, аҡсаны "махсус" иҫәпкә күсерергә ышандыра. Тәүҙә уға эш биреүсеһе менән хеҙмәттәшлек иткән ойошманың директоры булып сығыш яһаған кеше шылтырата. Мутлашыусы, Өфө кешеһе эшләгән учреждение законһыҙ иҫәпләнгән премияларҙы ҡайтанан иҫәпләй, һәм уға ашығыс рәүештә Үҙәк банк хеҙмәткәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк, тип аңлата. Һуңынан ир үҙҙәрен ФСБ һәм Үҙәк банк хеҙмәткәрҙәре тип танытҡан енәйәтселәрҙән шылтыратыуҙар ала башлай. Улар ирҙе, шәхси мәғлүмәттәрегеҙ мутлашыусылар ҡулына эләккән, тип ышандыра. "Проблеманы" хәл итеү өсөн ир мутлашыусылар күрһәткән банк бүлексәләренә барып, үҙенең тупланмаһын һәм кредит ала. Һөҙөмтәлә ул "махсус" иҫәпкә 3 миллион һум самаһы аҡса күсерә.
Тағы ла бер осраҡ 56 йәшлек Өфө кешеһе менән булған. Үткән йылдың октябрендә ҡатын интернетта инвестиция тураһында реклама күрә, анкетаһын ҡалдыра һәм тиҙҙән үҙен инвестиция компанияһы хеҙмәткәрҙәре тип танытҡан кешеләрҙән шылтыратыу ала. Енәйәтселәр уға сауҙа майҙансыҡтарында аҡса эшләргә һәм килемде күпкә арттырырға тәҡдим итә. Ҡатын ризалаша һәм бер йыл тиерлек төрлө банктарҙың мобиль ҡушымталары аша байтаҡ сумма аҡса индерә. Оҙаҡ ваҡыт аҡсаһын ала алмағандан һуң, ул мутлашыусыларҙың ҡорбаны булғанын аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә. Дөйөм алғанда, ҡатын 5 миллион һум самаһы шәхси аҡсаһын юғалтҡан.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: таныш булмаған кешеләрҙән килгән мәғлүмәтте иғтибар менән тикшерегеҙ. Әгәр Үҙәк банк хеҙмәткәре булып сығыш яһаған берәйһе һеҙгә аҡсағыҙҙы махсус иҫәпкә күсерергә тәҡдим итһә, белеп тороғоҙ, улар - муттар. Шулай уҡ шуны ла иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ФСБ хеҙмәткәрҙәре һеҙҙе шәхси һәм кредит тупланмаларын махсус иҫәптәргә һалырға бер ҡасан да өгөтләмәйәсәк. Тиҙ табыш алыу тураһында бер ниндәй ҙә инвестиция тәҡдимдәре һеҙҙең ҡыҙыҡтырмаҫҡа тейеш. Һаҡ булығыҙ, яҡындарығыҙҙы муттарҙың схемалары тураһында иҫкәртегеҙ һәм үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.