Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Октября 2024, 14:00

Һәр өсөнсө кеше прививка эшләткән

Һуңғы аҙнала Башҡортостанда 27,7 мең киҫкен респираторлы ауырыу һәм киҙеү менән сирләү осрағы теркәлгән.

Һәр өсөнсө кеше прививка эшләткәнҺәр өсөнсө кеше прививка эшләткән
Һәр өсөнсө кеше прививка эшләткән

 Ауырыусыларҙың дөйөм иҫәбенең 45,6 проценты – балалар.  Шул уҡ ваҡытта үткән аҙна менән сағыштырғанда, ауырыусылар һаны  11,3 процентҡа кәмегән.

Сентябрҙә Башҡортостанда киҙеүгә ҡаршы прививка эшләтеү кампанияһы башланды.  Ошо ваҡыт арауығында республиканың һәр өсөнсө кешеһе прививка эшләткән.  Иң күп вакцинацияланыусылар Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Күмертау, Бөрө ҡалаларында, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Тәтешле райондарында теркәлгән.   

Билдәле булыуынса,  киҙеүгә ҡаршы прививканы йыл һайын ауырыу көсәйгәнсе эшләтергә кәрәк. 

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас